карты хс

Өфөлә йәмәғәт транспорты нисек үҙгәрә

Бөгөн Хөкүмәттә Өфөлә пассажирҙар йөрөтөү системаһын яңыртыу буйынса яңы Юл картаһы менән таныштырҙылар. Унда 6 блок бар

1. Рейдтар, автомобилдәргә арест һалыу һәм махсус туҡталҡаларға эвакуациялау ярҙамында рөхсәтһеҙ пассажир ташыусыларҙың транспортына юл ҡуймау;

2. Коммерциялы ташыусыларҙың автопаркын бәләкәй автобустарҙан ҙур һыйҙырышлы транспорт сараларына алмаштырыу. Башавтотранс өсөн 150 яңы автобус һатып алыу;

3. Юл өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү системаһын индереү һәм мониторинглау, Берҙәм транспорт картаһын индереү;

4. Пассажирҙар йөрөтөү стандартын әҙерләү һәм барлыҡ йәмәғәт транспорты өсөн берҙәм стиль булдырыу;

5. Халыҡты транспорт хеҙмәтләндереүе өсөн хоҡуҡ һатып алыу операторын билдәләү;

6. Маршрут селтәренә төҙәтмәләр индереү. Йәмғеһе 114: 95 автобус, 7 трамвай, 12 троллейбус маршрутын ҡалдырыу күҙаллана.

Өфөлә пассажирҙар йөрөтөү системаһын яңыртыу эштәрен 2019 йылдың 31 декабренә тамамлау ҡаралған.

Өфөлә индерелгән тәжрибә аҙаҡ Стәрлетамаҡ, Салауат һәм төбәктең башҡа ҡалаларына таратыла, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Көтәбеҙ!

Leave a Comment